Тик йылдар йүгерә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


ТИК ЙЫЛДАР ЙҮГЕРӘ...



Пыр-пыр-пыр, тыр-тыр-тыр -
Иртәнге сәғәттәр,
Эшеңә һуңлаһаң
Хәтәр бит, ай хәтәр!
Пыр-пыр-пыр - тиҙ генә
Уятыу баланы,
Әҙерләп бөткәнсе
Түҙемең ҡаламы?!
Тыр-тыр-тыр - йүгереү
Туҡталыш яғына,
Арбанан арбаға
Күсенеү тағы ла.
Пыр-пыр-пыр, тыр-тыр-тыр -
Ҡайтаһың эшеңдән,
Кухняла тупылдап
Үтә һәр кисең дә.
Пыр-пыр-пыр, тыр-тыр-тыр -
Мәктәп, вуз, туй - унан...
Еттеләр балалар,
Остолар оянан
Көндәрем тын хәҙер,
Күҙҙәрем - ишектә,
Пыр-пыр-пыр йөрәгем -
Балалар кисекһә.
Ашығып сапҡандар
Үткәнгә - биш былтыр,
Тик йылдар йүгерә -
Пыр-пыр-пыр, тыр-тыр-тыр.


2015